Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Бизнес-делегация Санкт-Петербургҡа барасаҡ

Иҡтисад

Башҡортостандың бизнес вәкилдәре эш сәфәре менән Санкт-Петербургҡа йыйына. 17-20 июнгә планлаштырылған сәфәрҙе БР-ҙың Санкт-Петербургтағы Даими вәкиллеге менән берлектә республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойоштора.

Сәфәрҙең маҡсаты — яңы эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыу һәм элеккеләрен нығытыу. Сәфәр программаһында төньяҡ баш ҡаланан потенциаль партнерҙар менән бизнес-осрашыуҙар, Башҡортостан делегацияһы ағзаларын ҡыҙыҡһындырған предприятиелар һәм ведомстволарға барыу, шулай уҡ мәҙәни саралар, экскурсиялар ҡаралған.

Башҡортостан бизнесы вәкилдәре ҙур һәм уртаса предприятиелар өсөн аутсорсинг системаһын ойоштороу тәжрибәһе, йорт ҡуяны ите етештереү һәм һатыуҙы ойоштороу, наноиндустрия эшкәртмәләре һәм уларҙы предприятиеларҙа ҡулланыу менән танышасаҡ.

Делегация составы ойошторола. Санкт-Петербург менән бәйләнештәрҙе үҫтереү яҡлы эшҡыуарҙар БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек идаралығында өҫтәмә мәғлүмәт ала ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть