8 декабрь, Кесе йома

05 май 2009 йыл, 17:40

Һуғыш ветерандарын диспансер саҡыра

автор: Александр Зиновьев

Республика врач-физкультура диспансеры 2009 йылдың 7

майында һуғыш ветерандары өсөн "Асыҡ ишектәр көнө" үткәрә.

Бында улар врачтарҙан — умыртҡа бағанаһы, быуындар сирҙәрен,

терәк-хәрәкәт аппараты имгәнеүҙәрен үткәргәндән һуң

өҙлөгөүҙәрҙе дауалау буйынса белгестәрҙән — консультация ала

аласаҡ. Диспансер ветерандарҙан үҙҙәре менән йүнәлтмә

ҡағыҙҙарын, рентген һүрәттәрен, анализдарын килтереүҙәрен

һорай.

Был дауалау учреждениеһының адресы: Блюхер урамы, 1.

Телефондар: 233-01-14, 235-60-07.