4 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2009 йыл, 17:38

Рәсәйҙә әсәлек капиталы арттырылды

автор: Марият Артюхова

Рәсәйҙә әсәлек капиталы суммаһы 312162 һумға тиклем

арттырылды. Индексация 2009 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдә.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенән хәбәр

итеүҙәренсә, был средстволарҙы торлаҡ һатып алыуға йәки

төҙөүгә кредит һәм займдарҙы ҡаплауға ғариза биргән әсәлек

капиталына сертификат хужалары өҫтәмә 12,4 мең һумға иҫәп

тота ала.

Әйткәндәй, "Айырым категория граждандарҙы матди тәьмин

итеү кимәлен күтәреү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының

айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү

тураһында" Федераль законға ярашлы, сертификат хужалары

көндәлек ихтыяждарға әсәлек капиталы средстволарынан 12

мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү яһау хоҡуғына эйә.

Башҡортостанда бөгөнгө көнгә бөтәһе 48280 дәүләт

сертификаты бирелгән, шул иҫәптән 8090-ы — 2009 йылда.

Әсәлек капиталы средстволарын тотоноуға 2032 ғариза

бирелгән. Шуларҙың 1644-е буйынса — 431 миллион һумдан ашыу

суммаға — ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителгән.