Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Интернет-конференция үткәреләсәк

Йәмғиәт

28 майҙа Өфөлә "Йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү" темаһына

төбәк-ара ғилми-ғәмәли интернет-конференция үткәреләсәк. Уны

үткәреү инициаторҙары — БР Йәштәр Сәйәсәте, спорт һәм туризм

министрлығы һәм "Рәсәй терәге" йәмәғәт ойошмаһының төбәк

бүлексәһе.

Сара йәштәр эшҡыуарлығын яҡлау һәм үҫтереү, уның үҫешен

тотҡарлаусы төп факторҙарҙы һәм уларҙы еңеү юлдарын асыҡлау,

шулай уҡ интеллектуаль потенциалды үҫтереү проблемаларына

иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.

Теләүселәрҙең барыһы ла www.molodostrb.ru

(http://rmic-ufa.do.am/forum) сайты форумында һорауҙарын

ҡалдыра ала.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы шулай

уҡ түбәндәге темалар буйынса докладтар тезистары ҡабул итә:

республикала эшкә урынлаштырыу мөмкинлеге һәм социаль-

иҡтисади үҫеш факторы булараҡ йәштәр эшҡыуарлығын

ойоштороу һәм үҫтереү, йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүҙә

урындағы үҙидара органдарының роле, йәштәр эшҡыуарлығы

өлкәһендә инновацион эшмәкәрлекте үҫтереү һәм башҡалар.

Бынан тыш, докладтар тезистарын Өфө ҡалаһы, Ленин урамы,

10 адресы буйынса эшсе йәштәр менән эшләү һәм

эшҡыуарлыҡты үҫтереү секторына ебәрергә мөмкин.

Белешмәләр өсөн телефон: 251-57-11, 251-14-75.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть