9 декабрь, Йома

05 май 2009 йыл, 17:34

"Асылыкүл" экологик акцияһы старт ала

автор: Евгений Рәхимҡолов

Шаршамбы көнө республикала Бөтә донъя ер һәм Парктар

маршы көнө сиктәрендә үткәрелгән "Асылыкүл" акцияһы

башлана. Сара БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология

министрлығы һәм Дәүләкән районы муниципаль районы

хакимиәте тарафынан үткәрелә.

Министрлыҡтың матбуғат секретары Гөлназ Әлмөхәмәтова

хәбәр итеүенсә, акция күлдәге экологик хәлгә йәмәғәтселек

иғтибарын йәлеп итеүгә һәм Асылыкүлде бысраныуҙан һаҡлау

өсөн сығыш яһаусы ойошмаларҙы берләштереүгә йүнәлтелгән.

Урындағы үҙидара органдары һәм БР Экология министрлығынан

тыш, акцияла уҡыусылар, ауыл хужалығы предприятиелары

хеҙмәтсәндәре, экологик йәмәғәт берләшмәләре, киң мәғлүмәт

саралары, балыҡсылар һәм туристар ҡатнаша.

Район хакимиәте бинаһы эргәһендә Бөтә донъя Ер көнөнә

һәм "Асылыкүл" акцияһына арналған митинг үтәсәк. Шулай уҡ

күлдең яр буйы зонаһын йыйыштырыу һәм урындағы халыҡты,

ял итеүселәрҙе тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға саҡырып листовка-

мөрәжәғәттәр таратыу ойоштороласаҡ.

Күлде таҙартыу эшендә кәмендә 100 кеше ҡатнашыр, тип

көтөлә. Дәүләкән ҡалаһының үҙәк урамында фотокүргәҙмә

ойоштороласаҡ, унда күлдең иң бысранған урындарының

һүрәттәре ҡуйыласаҡ.

"Парктар маршы" 1990 йылдан донъяның күп илдәрендә

үткәрелә. Ул халыҡты тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп

итеүгә йүнәлтелгән һәм ҡурсаулыҡтарға, милли парктарға,

заказниктарға, тәбиғәт ҡомартҡыларына ғәмәли ярҙам

күрһәтеүҙең яҡшы ысулы булып тора.

Илебеҙҙә "Парктар маршы"н ойоштороусы һәм яраштырыусы

булып Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау үҙәге сығыш яһай, ул

төбәктәрҙә марштар үткәреүҙә методик ярҙам күрһәтә һәм йыл

һайын был сараның иң яҡшы программаһына конкурстар үткәрә.

"Асылыкүл"дән тыш, республикабыҙҙа "Парктар маршы"

сиктәрендә "Ирәмәл", "Һин ағас ултырттыңмы?" акциялары,

шулай уҡ "Умырзая" операцияһы үткәрелә.