9 декабрь, Йома

05 май 2009 йыл, 17:33

Вәлиди музейы яңы экспонаттар менән тулыланды

автор: Марина Шумилова

Ошо көндәрҙә Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди кабинет-музейы

яңы экспонаттар менән тулыланды. БР Мәҙәниәт һәм милли

сәйәсәт министрлығы музейға Әхмәтзәки Вәлидиҙең балалары -

билдәле төрөк ғалимдары Иҫәнбикә менән Сөбәдәй Туған

биргән Вәлидиҙең шәхси әйберҙәрен тапшырҙы.

Башҡорт автономиялы республикаһы башында торған

күренекле ғалим-шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге

кабинет-музей былтыр декабрь айында Өфөнөң 14-се урта

мәктәбендә асылғайны. Уны ойоштороуҙа БР Мәҙәниәт һәм милли

сәйәсәт министрлығы, Өфөнөң Киров районы хакимиәте,

ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы әүҙем ҡатнашты.