9 декабрь, Йома

05 май 2009 йыл, 17:32

Республика "Электропрофсоюз"ы билдәләнде

автор: Ольга Горюнова

Республика "Электропрофсоюз"ы иң ҡеүәтле төбәк йәмәғәт

ойошмаларының береһе булып тора. Был йылдан-йыл Бөтә

Рәсәй кимәлендә раҫлана.

2008 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан энергетиктары

яҡшы эшләү генә түгел, шулай уҡ үҙ профсоюз эштәрен дөрөҫ

төҙөй белеүҙәрен тағы ла иҫбатланы. "Иң яҡшы беренсел

ойошма-2008" Бөтә Рәсәй конкурсында 19 территориаль

профсоюз ойошмаһы ҡатнашты. БР "Электропрофсоюз"ы был

юлы ла һынатманы. Ҡарман ГРЭС-ының беренсел профсоюз

ойошмаһы икенсе урынға лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр

"Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәте матбуғат

хеҙмәтенән.

Призлы урындар өсөн конкуренция ярайһы уҡ көсөргәнешле барҙы,

жюри беренсел ойошмаларға туғыҙ параметр буйынса баһа

бирҙе, шул иҫәптән — профсоюз ағзалары һаны, коллектив

договорҙа ҡаралған сараларҙы үтәү, профкомдарҙың мәғлүмәт

эше алып барыу кимәле буйынса. Башҡортостан энергетикаһы

флагманы коллективы тулыһынса профсоюз ағзаларынан тора,

коллектив договорҙың бөтә пункттары һис шикһеҙ үтәлә.