Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

5000 самаһы үҫмер ваҡытлыса эш тапты

Иҡтисад

Республиканың мәшғүллек хеҙмәте быйыл беренсе кварталда

14 йәштән 18 йәшкә тиклемге 4800 балиғ булмаған үҫмерҙе

ижтимағи файҙалы хеҙмәткә йәлеп итә алды. Был уҙған йылдың

шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 500 кешегә күберәк.

Ваҡытлыса эшкә урынлаштырылған үҫмерҙәр араһында

инвалидтар, етем балалар һәм эске эштәр органдарында иҫәптә

торған балалар бар.

Эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡ кисергән 217 өлкән кеше ваҡытлыса

эшкә урынлаштырылды. Уларҙың яртыһы тиерлек — 93 кеше -

инвалидтар.

Тәүге тапҡыр эш эҙләүсе башланғыс һәм урта профессиональ

белем биреү учреждениеларын тамамлаусы 18-20 йәшлектәр

айырым категорияға бүленде. Мәшғүллек үҙәктәре ярҙамында

уларҙың 115-е ваҡытлыса булһа ла эш алды.

Ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙы мәшғүллек хеҙмәте

иҡтисади көрсөк осоронда хеҙмәт баҙарында хәлде

тотороҡландырыуҙың төп ысулдарының береһе итеп ҡарай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть