5 декабрь, Дүшәмбе

05 май 2009 йыл, 17:28

Көрсөктө эш менән еңергә мөмкин

автор: Елена Макушина

Йәкшәмбе, 3 майҙа, Башҡортостан Президенты Мортаза

Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Белорет ҡалаһы һәм районының

шифахана-курорт системаһы һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарын

төҙөү барышы менән танышты.

Эш сәфәре сиктәрендә республика башлығы "Асы"

шифаханаһында, Белореттағы поликлиника төҙөлөшөндә һәм

бала табыу йортонда булды. Республиканың төҙөлөш,

архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, Белорет

районы хакимиәте башлығы Николай Максимов һәм подрядсы

ойошмалар вәкилдәре менән берлектә мөһим инфраструктура

объекттарын ваҡытында финанслау һәм уларҙың төҙөлөшөн

тамамлау мәсьәләләре тикшерелде. Финанс көрсөгө

Башҡортостанда социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто

яһамаясаҡ — көрсөккә ҡаршы өндәмәләргә ҡарағанда реаль

эштәрҙе өҫтөн ҡуйған республика етәкселегенең позицияһы тап

ошондай.

"Асы" шифаханаһында, мәҫәлән, тағы ла 200 эш урыны

булдырыласаҡ. Бында өс ҡоролма төҙөлөшө тамамланып килә.

Улар сафҡа индерелеү менән шифаханалағы урындар һаны әлеге

300 урынына 500-гә етәсәк. Был шифахананың проектта

ҡаралған иң ҙур һыйҙырышлылығы. Һөҙөмтәлә тағы 200 кеше эш

менән тәьмин ителәсәк, сөнки ғәмәлдәге ҡағиҙәләр буйынса

шифаханала ял иткән һәр кешегә берәр хеҙмәткәр тура килергә

тейеш.

Республика башлығына шифахана вәкилдәре хәбәр итеүенсә,

әле дауалау-диагностика корпусы әҙер тиерлек. Уны тейешле

ҡорамалдар менән йыһазландырырға ғына ҡалған. Был

ҡорамалдарҙы һатып алыуға 19 миллион һум самаһы аҡса кәрәк.

Белорет халҡы балалар поликлиникаһының асылыуын көтә -

төҙөүселәр уны быйыл сентябрҙә файҙаланыуға тапшырырға

вәғәҙә итә. Яңы учреждение сменаһына 300 кешене ҡабул

итеүгә иҫәпләнә һәм бөтә талаптарға тулыһынса яуап бирәсәк.

Бынан тыш, өс ҡатлы бинаның цоколь ҡатында һыу менән

дауалау урындары буласаҡ. Бында Белорет балалары тейешле

һыу процедуралары үтәсәк. Әле бында бинаны эстән биҙәү бара

һәм һыу үткәргес селтәрҙәре һалыу мәсьәләһе хәл ителә.

Белоретта күптән түгел генә сафҡа индерелгән бала табыу

йорто тулы ҡеүәтенә эшләй. Унда сираттағы күңелле ваҡиға

үтте — сабыйҙары менән ике әсә өйҙәренә оҙатылды. Хәйер,

Аҙнабаевтар ғаиләһе бындай тантанала өсөнсө тапҡыр ҡатнаша -

күптән түгел генә уларҙың өсөнсө улы донъяға килгән. Ә бына

республика башлығының шәхсән ҡотлауы уларҙың ғаиләһендә

ысынлап та тәүге тапҡыр.

Бала табыу йорто үҙенең тәүге пациенттарын декабрҙә ҡабул

иткәйне. Шул осорҙан алып бында 488 сабый донъяға килгән.

Был элгәре йыл менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк. Бала

табыу йорто район-ара перинаталь үҙәк статусына эйә — бында

Белореттан ғына түгел, күрше Учалы, Әбйәлил һәм Бөрйән бала

табыу йорттарынан махсус медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт

итәләр. Ул заманса медицина техникаһы менән йыһазландырылған.

— Беҙ бында әкиәттәге кеүек эшләйбеҙ, — тине Президент

менән әңгәмәлә бүлексә докторҙарының береһе. — Бында

ауырлығы саманан тыш бәләкәй булған етлекмәгән балаларҙы

ҡарау өсөн заманса ҡорамал да бар. Ғүмеренең тәүге мәленән

үк табиптарҙың махсус ярҙамына мохтаж булған сабыйҙар бында

даими күҙәтеү аҫтында.

— Изге эш башҡараһығыҙ. Уңыштар һеҙгә! — тине Мортаза

Ғөбәйҙулла улы Рәхимов табиптарға.