8 декабрь, Кесе йома

05 май 2009 йыл, 17:26

Мортаза Рәхимов көнбайыш райондар буйлап эш сәфәрендә

автор: Булат Юлбарыҫов

2 майҙа Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш

сәфәре менән Бүздәк, Туймазы һәм Йәрмәкәй райондарында

булды. Республика башлығы төбәктәрҙең социаль иҡтисади

үҫеше, агросәнәғәт комплексының сәсеү кампанияһына әҙерлек

мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.

Бүздәк районының "Бүздәк" агрофирмаһында Мортаза

Рәхимов  яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек барышы менән танышты.

Президентҡа ашламалар сығарыу өсөн тәғәйенләнгән яңы

техниканы күрһәттеләр.

Туймазы районында төбәк башлығы "Эдельвейс" хужалығында

булды. Урындағы аграрийҙар Мортаза Рәхимовҡа Германияның

"Дойч Фар" фирмаһынан 4 миллион 800 мең һумға һатып

алынған юғары етештереүсәнле сәсеү агрегатын күрһәтте.

Туймазы районы буйлап сәфәре барышында республика

Президенты шулай уҡ Туймазы һыу һаҡлағысында, "Сава" ит

комбинатында булды. Республиканан ситтә лә яҡшы билдәле

"Сава" предприятиеһында тәүлегенә 200 тоннаға яҡын ит

ризыҡтары етештерелә. Ит комбинаты цехтары заманса сит ил

техникаһы менән йыһазландырылған. Киләсәктә ит ризыҡтары

етештереүҙе тәүлегенә 300 тоннаға еткерергә ниәтләйҙәр.

Яҡын арала итте термик эшкәртеү цехын асыу планлаштырыла.

Предприятие етәкселеге менән әңгәмәлә Мортаза Рәхимов

производствоны артабан үҫтереү мөмкинлектәре, һатыу баҙарын

киңәйтеү, комбинат хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау мәсьәләләре

менән ҡыҙыҡһынды.

Йәрмәкәй районында Мортаза Рәхимов Стәвәнжи йылғаһында

яңы һыу һаҡлағыс төҙөлөшөн ҡараны. Проект буйынса һыу

һаҡлағыс биләгән майҙан — 272 гектар, күләме 14 миллион

кубометр һыу тәшкил итәсәк. Эште 2009 йылдың 1 июленә

тамамларға планлаштырыла. Сафҡа индерелгәс, был

гидроҡоролма Октябрьский ҡалаһын эсәр һыу менән тәьмин

итәсәк.

Республика Президенты шулай уҡ саф тоҡомло аттар

үрсетеүҙә махсуслашҡан "Родина" агрофирмаһында булды.

Предприятие арғымаҡтары Рәсәй күләмендә үткәрелгән абруйлы

ярыштарҙа күп тапҡырҙар призлы урындарҙы яуланы. Бөгөн

агрофирмала тоҡомло 35 ат бар.

Республика Президентын эш сәфәрендә Башҡортостан

Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры

Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.