4 декабрь, Йәкшәмбе

30 апрель 2009 йыл, 16:49

Телемедицина үҙәктәре селтәре киңәйә

автор: Елена Макушина

Башҡортостанда телемедицина үҙәктәре селтәре киңәйә.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында

медицина ярҙамының сираттағы махсуслаштырылған төрө үҙәге

асылды. Үҙәк асыу менән Республика клиник дауаханаһының

операция бүлмәләренән туранан-тура трансляция яһау,

Башҡортостан райондарынан врачтар һәм пациенттар өсөн

алыҫтан тороп консультация үткәреү мөмкинлеге барлыҡҡа

килде. Бынан тыш, хәҙер бында Рәсәй ғалимдары

ҡатнашлығында видеолекциялар, семинарҙар үткәреү юлы

менән врачтарҙың квалификацияһын күтәреү программаһын

әүҙем индерә аласаҡтар.

Яҡын арала телемедицина үҙәктәре республиканың башҡа

дауалау-профилактика учреждениеларында ла барлыҡҡа киләсәк.

Телемедицина ("алыҫтан тороп медицина") — ул дауалау-

диагностика консультациялары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә

телекоммуникацион технологиялар ҡулланып бойомға

ашырылған идара итеү, белем биреү, ғилми һәм ағартыу

саралары. Хәҙерге шарттарҙа телемедицинаның төп маҡсаты -

юғары квалификациялы белгес-медиктар ҙур ҡалалар ғына түгел,

шулай уҡ иң алыҫтағы тораҡ пункттары халҡына ла ярҙам

күрһәтә алһын өсөн шарттар булдырыу. Бөгөн Рәсәй

Федерацияһы субъекттарының яртыһында тиерлек

телемедицина үҙәктәре бар.

Башҡортостанда беренсе телемедицина үҙәге 2001 йылдың

сентябрендә 2-се Республика клиник дауаханаһы базаһында

булдырылды. Һуңынан телемедицина Мораҡ ауылында,

Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Белорет ҡалаларында барлыҡҡа килде.