9 декабрь, Йома

30 апрель 2009 йыл, 16:46

Йәш эшҡыуарҙар өсөн республика конкурсы

автор: Эльмира Сабирова

"Башҡортостан Республикаһының ун иң яҡшы инновацион

идеяһы" инновацион проекттар конкурсы иғлан ителде. Ул

республика иҡтисадына яңы перспективалы технологияларҙы

индереү, инновацион производстволарҙы үҫтереү, республика

тауар етештереүселәре продукцияһының конкуренцияға

һәләтлелеген күтәреү, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын

республиканың инновацион үҫеш проблемаларын хәл итеүгә

ылыҡтырыу маҡсаты менән үткәрелә.

Конкурс ике — "Беҙҙең өмөт" һәм "Технологик юл ярыу"

номинациялары буйынса үткәрелә. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт

һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Беҙҙең өмөт"

номинацияһы быйыл тәүге тапҡыр ойошторолдо. Унда 35 йәшкә

тиклемге йәш эшҡыуарҙар ҡатнаша аласаҡ. Шулай итеп,

ойоштороусылар инициативалы һәм йүнсел йәштәргә ярҙам

итергә ынтыла.

Ҡатнашыусыларҙың эштәре инновацион проекттың яңылығы,

инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге йәки проектты тормошҡа

ашырыу өсөн йәлеп ителгән инвестициялар күләме, эштең

иҡтисади һөҙөмтәлелеге һәм социаль әһәмиәте кеүек

критерийҙар буйынса баһаланасаҡ.

Конкурсҡа ҡуйылған һәм еңеүсе тип танылған инновацион

проекттар БР инновацион проекттарының берҙәм реестрына

индереләсәк һәм республика предприятиеларында һәм

ойошмаларында индереү өсөн тәҡдим ителәсәк.