11 декабрь, Йәкшәмбе

30 апрель 2009 йыл, 16:45

1 майҙа автотранспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябыласаҡ

автор: Дмитрий Слезин

1 майҙа 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 64

йыллығына арналған ХХVI Өфө еңел атлетика ярыммарафонын

үткәреү менән бәйле, баш ҡалала автотранспорт хәрәкәте

ваҡытлыса ябыласаҡ.

Иртәнге сәғәт 10-дан 15 сәғәткә тиклем ярыммарафонсылар

трассаһы: Салауат Юлаев майҙаны — Зәки Вәлиди урамы, Совет

урамы, Туҡаев урамы, Карл Маркс урамы, Зәки Вәлиди урамы

ябыла. Ойоштороусылар ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ килтергәндәре

өсөн ғәфү үтенә.