Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Сәләмәтләндереү учреждениелары 1 июндән эшләй башлаясаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһында йәйге сәләмәтләндереү

учреждениелары 1 июндән эшләй башлаясаҡ. БР Һаулыҡ һаҡлау

министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был

ваҡытҡа 3511 учреждение асырға планлаштырыла. Былтыр

уларҙың һаны 3363 тәшкил иткәйне. Беренсе сиратта, йәйге

сәләмәтләндереү учреждениелары һанын арттырыуға палатка

һәм профилле лагерҙар ойоштороу кеүек ялдың аҙ сығымлы

формаларын индереү иҫәбенә өлгәшелде.

"2009 йылғы йәйге сәләмәтләндереү кампанияһына әҙерлек

тураһында" темаһына бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһе

барышында РФ Баш дәүләт санитар врачы, Ҡулланыусыларҙың

хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт

етәксеһе Геннадий Онищенко был учреждениеларҙа туҡланыуҙы

ойоштороуға һәм кадрҙар менән комплектлауға иғтибар

биреүҙәрен үтенде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть