9 декабрь, Йома

30 апрель 2009 йыл, 16:39

"Өфөнефтехим"да - яңы генераль директор

автор: Ольга Горюнова

"Өфөнефтехим" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар

Советы 1 майҙан Вадим Николайчукты "Өфөнефтехим" асыҡ

акционерҙар йәмғиәте генераль директоры вазифаһына

тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Элек Николайчук "Өфөнефтехим" асыҡ акционерҙар

йәмғиәтенең башҡарыусы директоры ине.

Ошо уҡ ҡарар менән Виктор Ганцев 30 апрелдән шәхси

ғаризаһы нигеҙендә "Өфөнефтехим" акционерҙар йәмғиәтенең

генераль директоры вәкәләттәрен туҡтата. Ул холдинг эсендә

юғарыраҡ позицияға күсә, тиелә компания белдереүендә.

"Виктор Ганцев Өфө нефть эшкәртеү комплексын үҫтереү һәм

яңыртыу өсөн бик күп эшләне. Ул үҙ эшенең оҫтаһы, беҙ уның

тәжрибәһен, етәксе һәләтен юғары баһалайбыҙ. Һәм артабан да

хеҙмәттәшлегебеҙҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ", — тип белдерҙе

"Система-Инвест" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар

Советы рәйесе Александр Гончарук.

"Вадим Николайчук һуңғы йылдарҙа "Өфөнефтехим" асыҡ

акционерҙар йәмғиәтенең башҡарыусы директоры булды һәм

үҙен профессионал итеп күрһәтте. Уны генераль директор итеп

тәғәйенләүҙе дөрөҫ ҡарар тип иҫәпләйем", — тип белдерҙе

"Система-Инвест" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль

директоры Виктор Хорошавцев.

Вадим Алексеевич Николайчук 1962 йылдың 22 октябрендә

Өфөлә тыуған. 1987 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Өфө нефть эшкәртеү

заводында башлай. 1983-1985 йылдарҙа Совет Армияһы

сафында хеҙмәт итә. Институтты тамамлағандан һуң 1987

йылдан 1998 йылға тиклем Өфө нефть эшкәртеү заводында

оператор, ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары,

цех начальнигы, производство начальнигы, баш технолог булып

эшләй. 1998 йылдан — "Башҡортостан нефть-химия компанияһы"

асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство начальнигы

урынбаҫары, производство начальнигы.

2001 йылдан 2005 йылға тиклем — "Өфө нефть эшкәртеү

заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2006 йылдан — "Өфөнефтехим" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең

башҡарыусы директоры. Башҡортостан Республикаһының

атҡаҙанған химигы.

темалар: вазифа, ҡарар