10 декабрь, Шәмбе

30 апрель 2009 йыл, 16:35

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

«Башинформ»

Башҡортостан Президенты республика халҡын Яҙ һәм Хеҙмәт

байрамы — 1 Май менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Ҡәҙерле ватандаштар!

Һеҙҙе яҡты Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы — Беренсе Май менән

ихлас ҡотлайым!

Ул күптән инде изге йолаға, ғаилә байрамына әүерелде һәм

һәр саҡ яҡшы кәйеф, яңы өмөттәр менән билдәләп үтелә. Был

Тыуған илебеҙҙең данлы тарихына әйләнеп ҡарау, оло быуындың

хеҙмәт һәм хәрби батырлыҡтарын, республиканың һәм

илебеҙҙең үҫеш юлындағы һоҡланғыс ҡаҙаныштарын тәрән

рәхмәт менән тағы ла бер тапҡыр иҫкә алыу мөмкинлеге булып

тора.

Бөтә ҡала һәм ауылдар халҡының, һәр хеҙмәт коллективының

ныҡышмалы, көсөргәнешле хеҙмәте һөҙөмтәһендә бөгөн

Башҡортостан иң ышаныслы, таяныс төбәктәрҙең береһе

булараҡ Рәсәй Федерацияһы үҫешенә ҙур өлөш индерә. Был

беҙгә ябай булмаған осорҙа ла киләсәккә ышаныс менән ҡарау,

кешеләрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән

иҡтисади һәм социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу

йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эшләү өсөн нигеҙ бирә.

Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватаныбыҙ хаҡына барлыҡ

изге эштәрегеҙҙә яңы уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".

темалар: байрам ҡотлау