8 декабрь, Кесе йома

29 апрель 2009 йыл, 17:09

Эш өсөн йәшәү урынын да алмаштыралар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре 2009

йылдың беренсе кварталында 135 кешене икенсе урынға эшкә

ебәрҙе. Шуларҙан 34-е республика эсендә, ҡалғандары илдең

башҡа төбәктәренә күсенде.

Мәшғүллек хеҙмәте иҡтисади көрсөк шарттарында

граждандарҙы эшкә ебәреүҙе әүҙемләштереүҙе хеҙмәт

баҙарында хәлде тотороҡландырыуҙың төп ысулдарының береһе

булараҡ ҡарай. Әгәр кеше үҙ ҡалаһында эш таба алмаһа, эшкә

урынлашыу маҡсатында икенсе төбәккә күсеү бик рациональ

булыуы ихтимал.

Күсенеүселәрҙән тыш, 117 кеше вахта ысулы менән эшкә

ебәрелде. Был йүнәлеш буйынса башлыса төҙөүсе һөнәрҙәре:

ташсы, торба һалыу машинисы, бульдозер машинисы,

электрогазосварщик талап ителә. Белоретта, Салауатта һәм

Ғафури районында мәшғүллек үҙәктәре вахта ысулы менән эшкә

урынлаштырыу менән айырыуса әүҙем шөғөлләнде.

Шулай уҡ эш биреүселәрҙән республиканың ауыл еренә

күсеүсе граждандар өсөн торлаҡ менән тәьмин итеп 300

вакантлы эш урынына заявкалар алынды. Ауылда хәҙер башлыса

агрономдар, ветеринар врачтар, зоотехниктар, бухгалтерҙар,

врач-психиатрҙар, хирургтар, уҡытыусылар, шулай уҡ киң профилле

механизаторҙар талап ителә.