7 декабрь, Шаршамбы

29 апрель 2009 йыл, 17:05

Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнөнә 123 йыл тула

автор: Булат Юлбарыҫов

1886 йылдың 1 майында Америка эшселәре 8 сәғәтлек эш

көнө талап итеп забастовка ойоштора. Забастовка һәм унан һуң

демонстрация полиция менән ҡан ҡойошло бәрелеш менән

тамамлана. 1889 йылдың июлендә Парижда II Интернационал

конгресы, Чикаго эшселәре сығышы иҫтәлегенә, йыл һайын 1

майҙа демонстрациялар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә.

Тәүге тапҡыр хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө

1890 йылда Австро-Венгрияла, Бельгияла, Германияла, Данияла,

Испанияла, Италияла, АҠШ-та, Норвегияла, Францияла,

Швецияла һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә билдәләнә. Хәҙер был

байрам донъяның 66 дәүләтендә билдәләнә.

Рәсәйҙә тәүге маевка 1891 йылдың 5 майында Петербургта

үткәрелә. Ул саҡта был ҡала ситендә Екатерингофка тамағынан

алыҫ түгел урманда аулаҡ урын була. Совет заманында дәүләт

байрамына әйләнгән 1 Майҙы бөтә донъя хеҙмәтсәндәре менән

теләктәшлек өсөн генә түгел, бигерәк тә май байрамдары матур

хеҙмәт традициялары тураһында иҫкә төшөрөргә, баҡсала

ҡаҙынырға мөмкинлек биргәне өсөн дә яраттылар.

Өфөлә тәүге маевкалар бынан 107 йыл элек үтә.

Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө тәүге тапҡыр 1902 йылдың 1

һәм 23 майында билдәләнә. Өфө социал-демократтары

тарафынан ойошторолған маевкаларҙа башлыса тимер юл

оҫтаханаларынан 50-ләп эшсе ҡатнаша. Улар Ағиҙел йылғаһы яры

буйында үтә. 1905 йылдың 1 Майы алдынан маевка ҡаланан ситтә

— хәҙерге "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийы территорияһында үтә.

Бында бер нисә йөҙгә яҡын кеше йыйыла. Митингынан һуң

ҡыҙыл флагтар күтәргән эшселәр Өфөгә юл ала, ләкин бында

уларҙы полицейҙар менән ғәскәрҙәр ҡаршы ала. Демонстрация

ҡыуып таратыла, 50-нән ашыу кеше ҡулға алына. 1969 йылда был

маевканы үткәргән урында — Ҡариҙел йылғаһы ярында, Яланғас

тауҙа, иҫтәлекле билдә асыла. Тәүге тапҡыр Өфөлә Беренсе май

бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ 1917 йылда үткәрелә. Ул саҡта байрам

демонстрацияһында 50 мең самаһы кеше ҡатнаша.