5 декабрь, Дүшәмбе

29 апрель 2009 йыл, 17:03

Бөтә донъя игенселек форумы үткәрелә

автор: Марият Артюхова

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы вәкилдәре 6-7

июндә Санкт-Петербургта үтәсәк Бөтә донъя игенселек

форумында ҡатнашасаҡ. Рәсәйҙең төнъяҡ баш ҡалаһында

донъяның 80 иленән мең ярымдан ашыу кеше йыйыласаҡ.

Форум программаһында — дүрт конференция һәм ике бизнес-

форум. Тикшерелгән темалар араһында — иген баҙары, уртаса

һәм оҙайлы ваҡытҡа перспективала халыҡты аҙыҡ-түлек менән

тәьмин итеү, аҙыҡ-түлек ярҙамы программалары: проблемалар,

хәҙерге шарттарҙа һөҙөмтәлелекте күтәреү юлдары һәм

механизмдары, игенселектә инновациялар һәм

биотехнологиялар, игенселекте үҫтереү һәм донъя күләмендә

иген менән сауҙа итеү программаларын финанслау.