8 декабрь, Кесе йома

29 апрель 2009 йыл, 16:55

Йәштәр инновацион проекттары конкурсы иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Федерацияһы Федераль йәштәр эштәре буйынса

агентлығы Йәштәр йылын үткәреү сиктәрендә йәштәр

инновацион проекттары конкурсын ойоштора.

Сара инновацион эшмәкәрлекте комплекслы дәртләндереү

системаһы төҙөүгә йүнәлтелгән. Икенсе Бөтә Рәсәй инновацион

конвенты конкурс йомғағы булып торасаҡ, унда иң яҡшы

проекттар авторҙарына инновациялар өлкәһендә милли премия -

"Зворыкин премияһы" тапшырыласаҡ.

Еңеүселәрҙе түбәндәге номинацияларҙа билдәләйәсәктәр: "Иң

яҡшы инновацион продукт", "Иң яҡшы инновацион проект", "Иң

яҡшы инновацион идея".

Конкурста 35 йәшкә тиклемге ғалимдар, тикшеренеүселәр,

уйлап табыусылар, эшҡыуарҙар, менеджерҙар ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн проекттар ҡабул итеү быйыл 18 майҙа

тамамланасаҡ. Ҡатнашыусы анкетаһы www.innovaterussia.ru

сайтында урынлаштырылған.

Номинацияларҙа еңеүселәргә 1000000 һум күләмендә

премиялар, шулай уҡ иҫтәлекле билдәләр һәм дипломдар

тапшырыласаҡ. Конкурс финалсылары төп инновацион

компаниялар майҙансыҡтарында стажировка үтеү мөмкинлеге

аласаҡ. Ярыш өс турҙа үткәрелә. Һәр береһенең һөҙөмтәләре

конкурс сайтында баҫыласаҡ.