Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы тикшерелде

Сәйәсәт

28 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының РФ

Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Волга

буйы федераль округында яңы мәғлүмәт технологияларын

файҙаланып төбәк идаралығын камиллаштырыу буйынса эшсе

төркөм ултырышы үтте. Ултырышты РФ Президентының Волга

буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий

Рапота алып барҙы.

Кәңәшмәлә РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар

министрлығы, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы, РФ Төбәктәр

үҫеше министрлығы, Волга буйы төбәктәренең башҡарма власть

органдары, эксперт берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.

Республикабыҙҙан ултырышта БР Хөкүмәте Премьер-министры

Раил Сарбаев, Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты

ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Салауат Ғүмәров ҡатнашты.

Кәңәшмәлә Волга буйы федераль округының 2020 йылға

тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын эшкәртеү, Волга

буйы федераль округы Берҙәм мәғлүмәт-аналитика

системаһының мәғлүмәт массивын ойоштороу, "Фабрикант"

Сауҙа системаһы миҫалында округ масштабында инновацион

технологиялар ярҙамында сауҙа инфраструктураһын булдырыу

мәсьәләләре тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть