Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Инвесторҙар Өфөнән китергә йыйынмай

Иҡтисад

2009 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Өфө

предприятиеларының тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йылдың шул

уҡ осоро менән сағыштырғанда 23 процентҡа кәмене һәм 298,3

миллион доллар тәшкил итте.

Өфө предприятиелары экспорты 172,9 миллион доллар тәшкил

итте. Экспорттың төп статьялары булып яғыулыҡ-энергетика

комплексы продукцияһы (112,1 миллион доллар) һәм машиналар

эшләү продукцияһы (37,5 миллион доллар) торҙо.

Беренсе квартал йомғаҡтары буйынса Өфөгә 125,4 миллион

долларлыҡ тауарҙар индерелде, импорттың 92 процентын

тиерлек (115,2 миллион доллар) машиналар эшләү продукцияһы

тәшкил итте.

Был мәғлүмәттәр ҡала мэрияһындағы матбуғат

конференцияһында яңғыраны.

Донъя иҡтисадының финанс, иҡтисад һәм инвестиция

өлкәләрендәге хәлгә ҡарамаҫтан, сит ил инвесторҙары Өфө

биләмәһендәге ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса

эште дауам итә.

Майҙа "Икеа" компанияһының "МЕГА" күп функциялы ғаилә

үҙәге төҙөлөшө тергеҙелә, беренсе кварталда объектҡа инженер

коммуникациялары үткәреү дауам иттерелде. Инвесторҙар 14

айҙа объектты тапшырырға вәғәҙә итә.

"Авалон" компанияһы төркөмө беренсе кварталда дөйөм

майҙаны 100 мең квадрат метр тәшкил итәсәк "А" класы

логистик терминалы менән технопарк проектын төҙөнө. Бер үк

ваҡытта инвестор склад биналарының беренсе сиратын

ҡуртымға алыусылар менән эш алып бара.

"РосЕвроДевелопмент" компанияһы "Глумилино"

микрорайонында ғаилә тибындағы "Планета" күп функциялы

ижтимағи-социаль комплексы проектын эшләүҙе тамамлай.

Беренсе кварталда проект эштәрен алып барыуға 22,3 миллион

һум аҡса тотонолдо. Яҡын арала комплексты төҙөй башларға

планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть