6 декабрь, Шишәмбе

15 апрель 2009 йыл, 17:00

2010 йылдан Партизандар һәм подпольщиктар көнөн билдәләйәсәкбеҙ

автор: Марият Артюхова

Киләһе йылдан Рәсәйҙә тағы бер рәсми байрамды — Партизандар һәм подпольщиктар көнөн билдәләйәсәктәр. "Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында" Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы 29 июнь дата итеп билдәләнде.

Яңы байрамға арналған сараларҙы үткәреүгә сығымдар федераль бюджет, РФ субъекттары бюджеттары һәм урындағы бюджеттар, шулай уҡ бюджеттан тыш средстволар һәм ирекле взностар, физик һәм юридик шәхестәрҙең иғәнәләре иҫәбенә ҡапланасаҡ.

темалар: яңы дата