4 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2009 йыл, 16:58

Республика парламентарийҙарының Марий Иле Республикаһына сәфәре

автор: Марина Шумилова

Бөгөн спикер Константин Толкачев етәкселегендәге БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай делегацияһының Марий Иле Республикаһына сәфәре башлана.

Сәфәр программаһында — БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән Марий Иле Республикаһы Дәүләт Йыйылышы араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу. Башҡортостан парламентарийҙары делегацияһы Марий Иле депутат корпусының эш тәжрибәһе менән танышасаҡ, башҡорт диаспораһы вәкилдәре менән осрашасаҡ, "Мари машиналар эшләү заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә барасаҡ, Йошкар-Оланың иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ.