11 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2009 йыл, 16:55

Балтас районында заманса торлаҡ биҫтәһе төҙөлә

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Балтас районына сәфәрен Иҫке Балтас ауылынан башланы. Әлеге ваҡытта бында яңы — Көньяҡ биҫтәһен төҙөү проекты тормошҡа ашырыла.

Проект өс йылға — 2011 йылға тиклем иҫәпләнгән. Киләсәктә бында 74 гектар майҙанда ҡыҙыл кирбестән заманса коттедждар барлыҡҡа киләсәк.

Республика башлығы биҫтәнең инфраструктураһы менән ҡыҙыҡһынды. Бында 70 урынлыҡ балалар баҡсаһы, 90 балаға иҫәпләнгән башланғыс мәктәп, магазиндар һәм башҡа объекттар буласаҡ, тинеләр Президентҡа. Йорттар һалынып бөткәс, микрорайон территорияһы тулыһынса төҙөкләндереләсәк. Халыҡ, был биҫтә ауылды биҙәп торасаҡ, тип өмөтләнә.

Әлеге ваҡытҡа һигеҙ йорт әҙер, йыл аҙағына 22 йортто тапшырырға планлаштыралар. Район өсөн был ҙур проект федераль һәм республика бюджеттарынан финанслана.

Иҫке Балтаста Мортаза Рәхимов башҡорт гимназияһын реконструкциялау барышы менән дә танышты. Был уҡыу йорто беренсе йыл ғына эшләмәй, шуға күрә яңы уҡыу корпусы һәм яңы интернат төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Бөгөнгө көнгә буласаҡ өс ҡатлы уҡыу корпусының беренсе ҡаты әҙер ҙә инде. Әле интернатты төҙөүгә тотонмағандар, әммә яңы уҡыу йылына бөтә объекттар әҙер буласаҡ, тип вәғәҙә иттеләр.