9 декабрь, Йома

15 апрель 2009 йыл, 16:52

11 октябрҙә Рәсәйҙә тағы ла һайлау үтәсәк

автор: Марина Шумилова

Киләһе берҙәм тауыш биреү көнөндә — 11 октябрҙә — Рәсәйҙә ике меңгә яҡын төрлө кимәлдәге һайлауҙар үтәсәк.

Ике төбәк парламентын — Тула өлкәһе һәм Марий Иле Республикаһы — һайлауҙан тыш, Рәсәй Федерацияһының дүрт субъекты баш ҡалаһы — Грозный, Астрахань, Южно-Сахалинск һәм Нарьян-Мар — мэрҙарын һайлау тәғәйенләнгән. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Николай Конкин әйтеүенсә, 11 октябрҙә электрон тауыш биреү үткәрелеүе лә ихтимал. Ләкин ул Дәүләт Думаһы граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында Федераль законға тейешле үҙгәрештәр индергән осраҡта ғына ҡулланыласаҡ. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы бындай тәҡдимдәр әҙерләгән, улар июль аҙағына тиклем, РФ субъекттарында һайлау тәғәйенләнгән саҡта, раҫланырға тейеш. Һәр хәлдә, 1 мартта һайлауҙа эксперимент тәртибендә ҡулланылған электрон тауыш биреү төрҙәренең береһен законлаштырырға планлаштырыла.

темалар: киләһе һайлау