11 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2009 йыл, 16:49

Үҙәк ауыл халҡына торлаҡҡа 32,2 миллион һум күсерә

автор: Марият Артюхова

Башҡортостан "2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү" федераль маҡсатлы программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 32,2 миллион һум аҡса аласаҡ. 2009 йылға был сумманы РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник раҫланы. Средстволар ауыл халҡын, шул иҫәптән йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә һәм муниципаль милекселек капиталь төҙөлөш объекттарын финанслауға йүнәлтеләсәк.

Бөтә ил буйлап программаны тормошҡа ашырыуға төбәктәргә 1,3 миллиард һум аҡса күсереләсәк. Иң күбен — 97,6 миллион һум — Дағстан Республикаһы, иң аҙын — бер миллион һум — Һарытау өлкәһе аласаҡ.