Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Ултырышта 40-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды

Сәйәсәт

14 апрелдә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумының ун өсөнсө ултырышында 40-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды. Парламенттың пленар ултырышы 23 апрелдә Дәүләт Йыйылышы Йортонда үтәсәк.

Депутаттар ҡараған мәсьәләләр араһында — 28 республика закон проекты, шул иҫәптән етәүһе яңы. Беренсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә тәҡдим ителгән закон проекттары иҫәбендә "Башҡортостан Республикаһында коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында" БР законы проекты бар, ҡайһы бер закондарға үҙгәрештәр индереү ҡаралды.

Депутаттар РФ Үҙәк банкының Башҡортостан Республикаһы Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәновтың Башҡортостан Республикаһы банкылар секторындағы хәл тураһында мәғлүмәтен тыңланы, айырым суд участкаларының мировой судьяларын һайланы, Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәреү буйынса конкурс комиссияһы ағзаларын тәғәйенләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть