Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Борай һәм Балтас райондарына юлланды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бөгөн республиканың Борай һәм Балтас райондары буйлап эш сәфәренә сыҡты. Уның иғтибарын иҡтисад һәм социаль өлкә биләйәсәк.

Атап әйткәндә, Борай районында төбәк башлығы ҡайһы бер ауыл хужалығы объекттарына барырға планлаштыра. Былар "Махсус орлоҡсолоҡ хужалығы", ит һәм ит продукттарын эшкәртеү цехы, һөтсөлөк фермаһы — "Урожай" ауыл хужалығы производство кооперативы объекттары.

Бынан тыш, Мортаза Рәхимов "Һөтсөлөк эше — Борай" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә буласаҡ. Был май заводында реконструкция алып барыла. Ул "Борай" инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһына ла барасаҡ.

Ауыл хужалығы объекттарынан тыш, республика башлығы социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙы ла ҡараясаҡ. Атап әйткәндә, ул Борай ауылындағы 240 урынлыҡ башҡорт гимназияһына барырға планлаштыра.

Балтас районында ла төбәк башлығы район тормошоноң иҡтисади һәм социаль яғы менән ҡыҙыҡһынасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть