6 декабрь, Шишәмбе

14 апрель 2009 йыл, 16:37

Сираттағы "Эш - йәштәргә!" акцияһы үтә

автор: Эльмира Сабирова

15 апрелдә Өфөлә, Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында, "Эш — йәштәргә!" XVII республика йәштәр акцияһы башлана. Уны БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығы, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Республика йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға ярҙам итеү үҙәге, Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге һәм Башҡортостандың Студенттар хеҙмәт отрядтары штабы ойоштора.

Сараның төп бурыстары: эшһеҙ йәштәр һанын кәметеү, уларҙың хеҙмәт инициативаларын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, уҡыусыларҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороу, йәштәргә дәүләт органдарының һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса учреждениеларҙың эшмәкәрлеге тураһында хәбәр итеү.

Акцияла бөтә милекселек формаһындағы предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар ҡатнаша.

Акция сиктәрендә йәштәр эш табыу ғына түгел, эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса юридик консультация ла ала аласаҡ.

"Эш — йәштәргә!"акцияһы республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында үтәсәк.