Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Декларация кампанияһы 30 апрелдә тамамлана

Иҡтисад

Декларация кампанияһы тамамланыуға ике аҙна ваҡыт ҡалды.

30 апрелгә тиклем шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар, адвокаттар һәм шәхси практика менән шөғөлләнеүсе башҡа кешеләр 2008 йылдағы үҙ табыштары тураһында декларация тапшырырға тейеш.

Бынан тыш, гражданлыҡ-хоҡуҡ характерындағы килешеүҙәр буйынса эшләүсе граждандар, йорттарын, фатирҙарын, баҡса өйҙәрен, ер участкаһын, автомобилдәрен һатҡан кешеләр үҙ керемдәре хаҡында декларация бирергә тейеш.

Лотереяға, тотализаторҙа аҡса отоусылар ҙа һалым органдарына табыштары тураһында отчет бирергә бурыслы.

Бынан тыш, фән, әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре авторҙарының, шулай уҡ уйлап табыуҙар, файҙалы моделдәр һәм сәнәғәт өлгөләре авторҙарының вариҫтары булараҡ бүләк алыусы граждандар ҙа был табыштары тураһында декларация бирергә тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ваҡытында бирелмәгән декларациялар өсөн һалым һалыу һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть