Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡаҙылма байлыҡтар табыу арта

Иҡтисад

Республиканың ҡаҙылма байлыҡтар табыу буйынса предприятиелары даими үҫешеүен дауам итә. БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был тармаҡта беренсе кварталда сәнәғәт етештереүе индексы былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 102,3 процент тәшкил итте. Бында иң ҙур күрһәткес руда табыу менән шөғөлләнеүсе предприятиеларҙа билдәләнде. Был өлкәлә сәнәғәт етештереүе индексы 117,9 процентҡа етте. "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты", "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрендә һәм башҡа ҡайһы бер предприятиеларҙа етештереү күләмдәре тотороҡло арта бара.

Республика сәнәғәтендә уҙған йыл менән сағыштырғанда етештереү күләмдәренең бер ни тиклем кәмеүе фонында ҡаҙылма байлыҡтар табыу тармағының бындай ыңғай һөҙөмтәләре айырыуса күҙгә ташлана. Мәҫәлән, эшкәртеүсе предприятиеларҙа беренсе кварталда сәнәғәт етештереүе индексы — 86,2 процент, ә электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм бүлеү өлкәһендә 96,3 процент тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть