Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Быйыл да "Георгий таҫмаһы" акция үтәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостанда сираттағы, дүртенсе тапҡырына "Георгий таҫмаһы" Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк. Георгий таҫмалары һатып алыуға средстволар бүлеү тураһында бойороҡҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡул ҡуйған. "Дөйөм дәүләт идаралығы менән бәйле дәүләт функцияларын тормошҡа ашырыуға ҡаралған средстволарҙы кәметеү иҫәбенә" республика бюджетынан 50 мең һумға яҡын аҡса бүленде, тиелә бойороҡта. Акцияны, элекке кеүек, бөтә киң мәғлүмәт саралары яҡтыртасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, бер йыл элек Бөйөк Еңеүҙең 63 йыллығын байрам иткән көндәрҙә "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм "Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы" Башҡортостан төбәк бүлексәһе активистары тарафынан республика буйынса 100 мең самаһы таҫма таратылғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть