3 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2009 йыл, 16:26

Ҡазанда "Йондоҙлоҡ-2009" эстрада сәнғәте фестивале

«Башинформ»

Татарстанда "Йондоҙлоҡ-2009" асыҡ республика йәштәр эстрада сәнғәте фестивале үтә, ул Татарстан Республикаһында Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше йылына арналған. Унда Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре лә ҡатнаша.

"Йондоҙлоҡ-2009" фестивален тантаналы асыу 15 апрелдә үткәреләсәк. Беренсе көндө унда республика баш ҡалаһына яҡын райондарҙан коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһаясаҡ.

16 апрелдә Татарстан Республикаһының айырым райондары һәм Рәсәй төбәктәре вәкилдәре өсөн беренсе тур үткәрелә. 17 апрелдә бөтә номинацияларҙа фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн икенсе тур үтәсәк. 18 апрелдә — гала-концерт. Фестивалдең йомғаҡлау гала-концерты 27 апрелдә "Пирамида" мәҙәни-күңел асыу комплексында үтәсәк, тип хәбәр итә "Татар-информ" мәғлүмәт агентлығы.

Фестивалдең бурысы — йәш таланттарға ярҙам итеү. "Йондоҙлоҡ" фестивале 2007 йылда М. Йәлил исемендәге Республика премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды.

Быйылғы фестивалгә ТР Президенты Минтимер Шәймиев саҡырыуы буйынса Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең мәҙәниәт министрҙары ҡунаҡҡа киләсәк.