8 декабрь, Кесе йома

14 апрель 2009 йыл, 16:24

Йәштәр фәне көндәренә әүҙем әҙерлек бара

автор: Лиә Нәғимова

— Өфөлә 13-15 майҙа үтәсәк Йәштәр фәне көндәре Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылының төп сараларының береһе буласаҡ, — тип билдәләне БР сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, БР Хөкүмәте йортонда Йәштәр фәне көндәренә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышын асып.

БР Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә, фәнде һәм мәғарифты Башҡортостандың инновацион үҫешен тәьмин итерлек кимәлгә сығарырға кәрәк, тип билдәләне. Йәштәр фәне көндәре республиканың инновацион үҫешендә фәндең ролен күтәреү, ғалим һәм уҡытыусы һөнәренең абруйын нығытыу, шулай уҡ фәнни-техник һәм инновацион өлкәләргә һәләтле йәштәрҙе ылыҡтырыу, интеллектуаль ижади йәштәрҙе туплау һәм уларҙы республиканың һәм тотош Рәсәйҙең фәнни һәм инновацион үҫеш проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтеү бурыстарын үҙенең төп маҡсаттары итеп ҡуя.

Ултырыш барышында ойоштороу комитеты ағзалары әҙерлектең төп йүнәлештәрен билдәләне, төрлө сараларҙы финанслауға, башҡа республикаларҙан һәм өлкәләрҙән ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыуға, Йәштәр фәне көндәрен асыу һәм ябыу сценарийына ҡағылышлы ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Ойоштороу комитетының киләһе ултырышы БР Хөкүмәте йортонда 5 майҙа үткәреләсәк.