10 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2009 йыл, 16:22

Суд приставтары миллиард һум самаһы аҡсаны ҡайтарып алыуға иреште

автор: Әлим Фәйезов

Йыл башынан алып республиканың суд приставтары тарафынан 947 966 мең һум аҡса ҡайтарып алынды. Был һандар Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы коллегияһы ултырышында килтерелде, унда ведомствоның быйыл беренсе кварталдағы эш йомғаҡтары тикшерелде. Суд приставтары-башҡарыусылар тарафынан һалынған штрафтар формаһында 606 мең һум аҡса алынды. Һалымдар, йыйымдар һәм һалым санкцияларының түләнмәй ҡалған өлөшө 276 759 мең һум күләмендә күсерелде. Махсус вәкәләтле органдар ҡарарҙары буйынса 25 397 мең һумдан ашыу аҡса йыйып алынды. Быйыл өс айҙа төрлө кимәлдәге бюджеттарға 397 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелде.

Республиканың суд приставтары тарафынан йыл башынан алып Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу хоҡуғын сикләү тураһында 609 ҡарар сығарылды (2008 йылда — 33), шул иҫәптән алимент түләү тураһында үтәтеү ҡағыҙы буйынса — 262.

Суд приставтары эш хаҡын түләтеү буйынса бик етди эш башҡарҙы. Йыл башынан алып улар эш хаҡын түләтеү тураһында 16 меңдән ашыу үтәтеү ҡарары сығарыуға өлгәште. Бынан тыш, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы енәйәт эштәрен дә тикшерҙе, тип билдәләнде коллегияла.