4 декабрь, Йәкшәмбе

13 апрель 2009 йыл, 17:31

Мәскәүҙә Рәсәй бизнесы аҙналығы асылды

автор: Любовь Колоколова

Мәскәүҙә Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы тарафынан ойошторолған Рәсәй бизнесы аҙналығы асылды. Уның төп темаһы — көрсөк шарттарында ватан иҡтисадындағы хәл. Дискуссияларҙа ҙур компаниялар етәкселәре генә түгел, төп федераль ведомстволар башлыҡтары ла ҡатнаша. Докладсылар араһында — финанс министры Алексей Кудрин, РФ Президенты ярҙамсыһы Аркадий Дворкович, Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Эльвира Нәбиуллина һәм башҡалар.

— Беҙ өсөнсө йыл рәттән Рәсәй бизнесы аҙналығы үткәрәбеҙ, — тине журналистарға Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты Александр Шохин. — Формат үҙе — аҙна буйына бизнес өсөн төрлө актуаль темаларҙы тикшереү — ул иҡтисади сәйәсәттең мөһим йүнәлештәрен һәм яҡындағы йылға көн тәртибен билдәләүҙең иң яҡшы ысулы.

Аҙналыҡ йыл һайын үткәрелә торған Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы һалым конференцияһынан башланды. Шулай уҡ Юғары арбитраж суды рәйесе һәм төп ведомстволар вәкилдәре ҡатнашлығында корпоратив идаралыҡ буйынса ҙур түңәрәк өҫтәл планлаштырылған. Шишәмбе көнө Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы илдә эшҡыуарлыҡ климаты торошо тураһында доклад яһарға планлаштыра. Форумдың төп сараһы — Бөтә Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар форумы — шаршамбы һәм кесе йома көндө үтәсәк. Йома көрсөк шарттарында дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын һәм ҡоралдарын ҡарау планлаштырыла, тип хәбәр итә "Альянс-Медиа" мәғлүмәт агентлығы.

Рәсәй бизнесы аҙналығында Башҡортостандан вәкил — БР Эш биреүселәр союзы президиумы рәйесе Владимир Шолом ҡатнаша.

темалар: аҙналыҡ, көрсөк