5 декабрь, Дүшәмбе

13 апрель 2009 йыл, 17:29

Яңы техника һатып алынды һәм хеҙмәтләндереүҙәр күләме арттырылды

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Урал аръяғы филиалы юғарыраҡ кимәлгә сыҡты. Иҫке компьютер техникаһы яңыһына алмаштырылды, яңы компьютер программалары һатып алынды, хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһы күтәрелде. Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы беренсе квартал йомғаҡтары буйынса Урал аръяғы филиалында билдәләнгән яҡшы күрһәткестәрҙе тап шуның менән аңлата.

Бөтә ерҙә көрсөк күренештәренә ҡарамаҫтан, филиал хужалыҡ итеүсе субъекттарға күрһәткән хеҙмәтләндереүҙәр күләме 427 мең һум тәшкил итте. Был бер йыл элеккегә ҡарағанда ике ярым тапҡырға күберәк һәм планлаштырылғандан да артығыраҡ.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, керемдең төп күләмен баһалау эшмәкәрлеге тәьмин итте. Филиалдың техник йыһазланышы яҡшырыу менән был йүнәлештә эш айырыуса әүҙемләште.