5 декабрь, Дүшәмбе

13 апрель 2009 йыл, 17:28

Рәсәй ауыл хужалығы министры рәхмәт белдерҙе

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры Елена Скрынник Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә хат ебәргән. Был хатта Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы юғары уҡыу йорттарының IV ҡышҡы Универсиадаһын ойоштороу һәм уңышлы үткәреү буйынса берлектәге эш өсөн рәхмәт белдерелә.

Хатта шулай тиелә:

"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы исеменән һәм шәхсән үҙемдең исемдән Универсиаданы үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Ул төп маҡсатҡа өлгәшеүгә — йәштәребеҙҙә сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләүгә, юғары аграр уҡыу йорттары студенттарын һәм аспиранттарын физкультура һәм спорт сараларында ҡатнашыуға ылыҡтырыуға булышлыҡ итте.

Рәсәйҙең 43 аграр юғары уҡыу йорто вәкилдәрен Башҡортостан ерендә йылы, ихлас ҡабул иттеләр. Өфөлә үткәрелгән көндәр уларҙың хәтерендә оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ.

Һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!

Ихтирам менән, Е.Б. Скрынник".