3 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2009 йыл, 17:26

Ташҡын кәмеүен дауам итә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Уҙған ял көндәрендә республика йылғаларының күбеһендә һыу кимәле кәмеүе күҙәтелде. "Башгидрометүҙәк" мәғлүмәттәренә ҡарағанда, шәмбе көнө Ҡариҙел йылғаһында Красная Горка ауылы эргәһендә һыу кимәле айырыуса ныҡ кәмене (тәүлегенә 69 сантиметрға). Ағиҙел Бөрө эргәһендә — 30 сантиметрға, Ашҡаҙар Новофедоровка ауылы эргәһендә 23 сантиметрға аҫҡа төштө. Был көндө Дим йылғаһында Бочкарево эргәһендә (25 сантиметрға), Ағиҙелдә Өфө эргәһендә (20 сантиметрға), Охлебинино ауылы янында (дүрт) һәм Андреевка ауылы эргәһендә (өс сантиметрға) һыу кимәле күтәрелеүе күҙәтелде.

Йәкшәмбе көнө һыу күтәрелеү Ҡариҙелдә Красная Горка ауылы эргәһендә (36 сантиметрға) һәм Ағиҙелдә Андреевка ауылы янында (дүрт сантиметрға) ғына теркәлде. Ҡалған контроль нөктәләрҙә һыу кәмене.

Бөгөнгө көнгә республика йылғаларында һыу кимәле быйыл яҙ көтөлгән күрһәткестәрҙән байтаҡҡа кәмерәк. Дим йылғаһында Бочкарево ауылы эргәһендә генә һыу 651 сантиметр тәрәнлегендә билдәләнә, ә ул ни бары 350-450 сантиметр кимәлендә күҙалланғайны.