11 декабрь, Йәкшәмбе

13 апрель 2009 йыл, 17:25

Халыҡ иҫәбен алыусы һәр хеҙмәткәргә 380 кеше тура киләсәк

автор: Марият Артюхова

2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу осоронда халыҡ иҫәбен алыусы бер хеҙмәткәргә уртаса 380 кешене теркәргә тура киләсәк. Аныҡ нисбәтте билдәләү өсөн быйыл Башҡортостанда райондарға бүлеп халыҡ иҫәбен алыу үткәреләсәк, ваҡытлыса эшләүсе иҫәп алыусыларға талап билдәләнәсәк, иҫәп алыу, инструктор участкаларын урынлаштырыу өсөн кәрәкле биналар һаны билдәләнәсәк. Халыҡ иҫәбен алыу — ирекле эш булыу сәбәпле, иҫәп алыу тулылығын тәьмин итерлек, халыҡты ике тапҡыр иҫәпкә алыуға юл ҡуймаҫлыҡ саралар комплексы эшкәртеү бурысы тора.

Сираттағы иҫәп алыу 2010 йылдың 14 октябрендә 00 сәғәттә башлана.

Рәсәй Статистика идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре халыҡтың төрлө социаль-демографик төркөмдәре хәлен аныҡлаусы мәғлүмәт алырға ярҙам итәсәк. Улар дәүләттең һәм айырым төбәктәрҙең социаль сәйәсәте сараларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән финанс сығымдарын баһалау өсөн кәрәкле булған күп демографик күрһәткестәрҙе иҫәпләп сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре халыҡҡа ҡағылышлы артабанғы бөтә иҫәп-хисаптар һәм социаль-демографик процестар мониторингы нигеҙе, шулай уҡ пенсия реформаһын мәғлүмәти тәьмин итеүҙе индереп, халыҡтың иҫәбен һәм составын оҙайлы ваҡытҡа күҙаллау өсөн база булып торасаҡ.