5 декабрь, Дүшәмбе

13 апрель 2009 йыл, 17:23

Ҡаланың 435 йыллығына әҙерлек бара

автор: Ирина Бакке

Майҙа Өфөлә ҡалаға нигеҙ һалыуҙың 435 йыллығына арналған "Өфө быуаттар аша. Кешеләр һәм яҙмыштар" ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Уның программаһы Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы ҡарамағындағы Флүрә Әхмәрова исемендәге Ҡала тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте ултырышында раҫланды.

Конференцияға Өфө Кремленә һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуҙан башлап ҡала тарихына арналған яңы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре сығарыласаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы темаһы ла урын аласаҡ.

Хәҙер крайҙы өйрәнеүселәр тыуған яҡты өйрәнеү альманахы өсөн материал йыя.