10 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2009 йыл, 17:18

Мортаза Рәхимов Сергей Когогин менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

11 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов "КамАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин менән эш осрашыуы үткәрҙе.

"КамАЗ" компанияһы төркөмөнә ингән предприятиелар — "НефАЗ" һәм "Туймазы бетон ташыу машиналары заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә көрсөк шарттарында ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде. Сергей Когогин фекеренсә, республика етәкселеге көрсөктөң машиналар эшләү заводтары эшенә кире йоғонтоһон кәметеү буйынса ваҡытында саралар күрҙе. Атап әйткәндә, "НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте 100-ҙән ашыу автобус әҙерләүгә дәүләт заказы алды.

— Башҡа бик күп автопредприятиелар кеүек үк, "НефАЗ" акционерҙар йәмғиәте лә ҡатмарлы хәлдә ҡалды, ләкин дәүләт заказы арҡаһында завод тотороҡло иҡтисади хәлен һаҡлап ҡалды, — тине "КамАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры. Бынан тыш, бында ваҡытында ҡайтанан техник ҡоралландырыу ойошторолдо. Етештереү һәм яңы продукция үҙләштереү темптары буйынса "НефАЗ" Рәсәйҙең алдынғы предприятиеларының береһе булып тора, бында транспорт саралары сығарыуҙың төрлө йүнәлештәре буйынса иң яҡшы технологик линиялар.

Осрашыуҙа шулай уҡ "Туймазы бетон ташыу машиналары заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар тураһында һүҙ барҙы. Сергей Когогин, тиҙҙән "КамАЗ" предприятиеға үҙ заказын бирәсәк, тип белдерҙе.

Бынан тыш, Туймазы заводында "АGСО" концерны менән берлектә тракторҙар йыйыуҙы ойоштороу планлаштырыла. Бындай килешеүгә республика Президенты етәкселегендәге Башҡортостан рәсми делегацияһының Германияға сәфәре барышында өлгәшелде.

Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, "НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рәиф Маликов ҡатнашты.