6 декабрь, Шишәмбе

10 апрель 2009 йыл, 17:45

Эшһеҙҙәр өҫтәмә бюджет финанслауына иҫәп тота

автор: Евгений Рәхимєолов

Дәүләт эшһеҙ рәсәйҙәргә ярҙамға өҫтәмә рәүештә 34 миллиард һум аҡса бүлергә планлаштыра. Илдең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикованың һүҙҙәренә ҡарағанда, министрлыҡ төбәктәргә халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеүгә субвенцияларҙы арттырыу тураһында ҡарар проектын РФ Хөкүмәте ҡарауына сығарасаҡ.

Федераль мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, министрлыҡ федераль бюджеттан һорап аласаҡ өҫтәмә 34 миллиард һум эшһеҙлек буйынса пособиелар түләүгә һәм әүҙем мәшғүллек программаларын финанслауға йүнәлтеләсәк.

Татьяна Голикова, был средстволар бөгөнгө көнгә Рәсәйҙә рәсми теркәлгән 2,2 миллион эшһеҙҙәргә өҫтәмә ярҙам күрһәтеү өсөн етерлек, тип иҫәпләй.

Йыл башында РФ Хөкүмәте төбәк мәшғүллек программаларын финанслауға һәм хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеүгә 43,7 миллиард һум бүлгәйне инде. Хәҙерге ваҡытта 79 төбәктә хеҙмәт баҙарында хәлде тотороҡландырыу буйынса өҫтәмә саралар программалары хупланды һәм күбеһендә улар уңышлы тормошҡа ашырыла. Хабаровск крайы, Тува һәм Ҡалмыҡ республикалары программалары ғына әле хупланмаған.

Башҡортостан Республикаһының 2009 йылда хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса республика өҫтәмә саралар программаһы БР Хөкүмәте ҡарары менән ғинуар айында хупланды. Ҡушма финанслау шарттарында уның дөйөм күләме 575,4 миллион һум тәшкил итте.

Республикала әле бойомға ашырылған программаның төп йүнәлештәре — эштән сығарыу ҡурҡынысы янаған граждандарҙы алдан икенсе һөнәргә уҡытыу, эшһеҙҙәргә үҙ эшен асыуҙа ярҙам итеү һәм түләүле йәмәғәт эштәре ойоштороу.

БР Хөкүмәте Премьер-министры, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдиновтың фекеренсә, республика — халыҡ һанын иҫәпкә алып — 575,4 миллион һумдан күберәк суммаға дәғүә итә ала ине. Әммә төбәктә хеҙмәт баҙарын тотороҡландырыу өсөн был аҡса етер тип ҡарар ителде.

Был өҫтәмә 34 миллиард һумдан күпме өлөшө республикаға бүленер, әлегә билдәһеҙ.