8 декабрь, Кесе йома

10 апрель 2009 йыл, 17:43

Владимир Путин БДУ-ның 100 йыллығын байрам итеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин 3 апрелдә 2009 йылда Башҡорт дәүләт университетына нигеҙ һалыныуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Ҡабул ителгән документҡа ярашлы, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡыҙыҡһынған дәүләт власы органдары һәм ойошмалар менән берлектә юбилей датаһына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөргә, уның составын һәм төп саралар планын раҫларға тейеш.