10 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2009 йыл, 17:38

Ырымбур һәм Башҡортостан араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәр үҫешә

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Ырымбур өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы Рәйесе Дмитрий Кулагиндан хат килде. Хатта шулай тиелә:

"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән Ырымбур өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу ваҡытында Ырымбур делегацияһын йылы ҡабул иткәнегеҙ өсөн Һеҙгә ихлас рәхмәт белдерәм.

Һеҙҙең менән осрашыу Ырымбур һәм Башҡортостандың дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, ижтимағи-сәйәси, социаль- иҡтисади, мәҙәни һәм эшмәкәрлектең башҡа өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм киңәйтеү өсөн бик яҡшы мөмкинлектәргә эйә булыуын раҫланы.

Һеҙгә һәм Башҡортостан Республикаһының бөтә халҡына яңынан-яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары, тыныслыҡ, именлек һәм уңыштар теләйем!

Ихтирам менән Д.В. Кулагин".

темалар: хат килде