Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

"Газпром" башлығы Алексей Миллер килде

Сәйәсәт

Башҡортостанға эш сәфәре менән "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы рәйесе Алексей Миллер килде. Өфө аэропортында уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡаршы алды.

Алексей Миллерҙың сәфәр программаһы бик тығыҙ. Бөгөн ул Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов менән осраша, һуңынан республика башлығы һәм Алексей Миллер "Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте нефть эшкәртеү заводының "Висбрекинг" ҡоролмаһы комплексын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.

Салауатта шулай уҡ ГРС-4-кә барыу ҙа планлаштырылған. Был газ бүлеү станцияһы 2002 йылда Салауатта урынлашҡан нефть-химия һәм энергетика комплексы предприятиеларын газ менән тәьмин итеү өсөн сафҡа индерелгәйне.

2006 йылда бөтә Рәсәй буйлап үҫеп килеүсе быуындың физик һәм рухи потенциалын яҡлауға йүнәлтелгән "Газпром — балаларға" Федераль программаһы старт алғайны. Ошо программа сиктәрендә, атап әйткәндә, 2008 йылдың мартында Салауатта "Алтын балыҡ" бассейны төҙөлә башланғайны. Комплекстың икенсе сиратын тантаналы асыу юғары ҡунаҡтар килеүгә тура килтерелде.

Мортаза Рәхимов һәм Алексей Миллер ҡаланың башҡа социаль объекттарында ла буласаҡ.

Теги: эш сәфәре
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть