4 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2009 йыл, 17:27

Иркенән мәхрүм итеү урындарынан азат ителгән кешеләргә социаль ярҙам саралары

автор: Елена Макушина

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса комиссияһы ултырышында иркенән мәхрүм итеү урындарынан азат ителгән кешеләргә социаль ярҙам һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса программа эшләргә тәҡдим ителде.

Милицияның участка уполномоченныйҙары һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының балиғ булмаған үҫмерҙәр эштәре буйынса подразделениелары эшмәкәрлеген ойоштороу идаралығы начальнигы Фәнүз Солтанов хәбәр итеүенсә, бындай сара бик кәрәк, сөнки иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарында элек хөкөм ителгән кешеләр тарафынан яһалған енәйәттәр һаны артыуы ихтимал.

Бының өсөн ҡайһы бер саралар күрергә планлаштырыла. Мәҫәлән, хөкөм ителгән кешеләрҙе эшкә алған, шулай уҡ улар өсөн айырым эш төрҙәре резервы булдырған предприятиеларға һалым льготалары биреү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим ителә.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев хәбәр итеүенсә, хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы эске эштәр органдарында иркенән мәхрүм итеү урындарынан ҡайтарылған 16 меңдән ашыу (шуның 1750-һе — шартлы рәүештә ваҡытынан алда азат ителгән), шулай уҡ иркенән мәхрүм итмәйенсә хөкөм ителгән 20 мең самаһы кеше иҫәптә тора. Йыл һайын 3,5 меңләп кеше төрмәнән ҡайтарыла, 1,2 меңгә яҡыны — шартлы рәүештә ваҡытынан алда. Енәйәт яһауҙа тотолған кешеләрҙең 21,7 проценты — элек хөкөм ителеүселәр, тип билдәләне Рафаил Үзбәк улы.

— Рецидив енәйәтселектең артыуына йоғонто яһаусы кире факторҙарҙың береһе — финанс һәм иҡтисади көрсөк, беренсе сиратта, эшһеҙлек. Ул Башҡортостан Республикаһын да урап үтмәне, — тине премьер-министр. — Анализдан күренеүенсә, быйыл беренсе кварталда рецидив енәйәттәрҙең 75 проценты даими табыш сығанағы булмаған, элек хөкөм ителгән кешеләр тарафынан яһалған. 2008 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 60 процент тәшкил иткәйне.

Ултырыш барышында Октябрьский ҡалаһында йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү буйынса шәхси һаҡ предприятиеһының ыңғай эш тәжрибәһе һәм спорт сараларын үткәргәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ҡаралды.