10 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2009 йыл, 17:25

Еңеү көнөн байрам итеү тураһында

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 2009 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Хөкүмәтенә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, республиканың Хәрби комиссариаты, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр ветерандарының Башҡортостан республика советы менән берлектә 8 майҙа Конгресс-холда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн байрам концерты һәм тантаналы ҡабул итеү, 9 майҙа Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройҙары А. Матросов менән М. Ғөбәйҙуллин һәйкәленә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы М. Гәрәевтың ҡәберенә сәскәләр һалыуҙы ойоштороу тәҡдим ителде.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 64 йыллығын байрам иткән көндәрҙә концерттар, тантаналы йыйылыштар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл эшсәндәрен һәм ветерандарҙың тол ҡатындарын ҡотлауҙар ойоштороласаҡ.