8 декабрь, Кесе йома

09 апрель 2009 йыл, 17:35

Өфөнөң Йәштәр йәмәғәт палатаһы составы 23 апрелдә раҫланасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Баш ҡала парламенты эргәһендә төҙөләсәк Йәштәр йәмәғәт палатаһы составы 23 апрелдә раҫланасаҡ. Инициативалы йәштәрҙән документтар мартта уҡ килә башланы.

Советтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөтәһе 200 ғариза бирелгән. Кандидаттарҙы һайлап алғанда йәмәғәт эше тәжрибәһе, аныҡ тормош позицияһы, эшләргә, төрлө социаль һәм хәйриә проекттарында ҡатнашырға теләү төп критерийҙар булып торҙо.

Анкета һөҙөмтәләре буйынса 60 кеше конкурстың беренсе этабында көрәшен дауам итте. 33 кандидат икенсе этапҡа үтте. Хәҙер конкурс комиссияһы һуңғы йомғаҡтар яһай, улар 23 апрелдә ҡала Советының сираттағы ултырышында иғлан ителәсәк.

Йәштәр йәмәғәт палатаһына 17 кеше индереләсәк, уларҙан өсәр кеше ҡала Советы һәм Өфө хакимиәте тарафынан тәғәйенләнә, 11 кеше палата составына конкурс һайлап алыуында еңеүселәр булараҡ инәсәк. Йәштәр палатаһы рәйесе вазифаһына кандидатура буйынса тәҡдимде конкурс комиссияһы индерәсәк. Палатаға үтмәгән кандидаттар резерв исемлегенә индереләсәк.